11:33 (UTC+5), 13 Апреля 2012

Сибайҙың «Сулпан» театры Төркиәләге халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнаша

Әлим Фәйезов
14 - 24 апрелдә Төркиәнең Конья ҡалаһында V «Мең һулыш һәм бер тауыш» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале үтәсәк. Башҡортостан Республикаһының театр сәнғәтен унда Сибайҙың «Сулпан» башҡорт театры күрһәтәсәк. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Гөлнара Вәлитова етәкселегендәге коллектив Зәйнәб Биишеваның повесы буйынса «Мөхәббәт һәм нәфрәт» спектаклен әҙерләгән. Башҡортостандың ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкиле Әхәт Сәлиховтың хәбәр итеүенсә, спектаклдең премьераһы 18 апрелдә Сельджук университетының Диляк Сабанджи сәхнәһендә үтәсәк. Сибай артистары Конья ҡалаһында башҡорт халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре концерты менән сығыш яһарға ла ниәтләй.
Фестивалдә Әзербайжан, Болгария, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Төньяҡ Кипр театрҙары һәм Татарстан Республикаһының Түбәнге Кама татар драма театры ҡатнаша.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, былтыр «Мең һулыш һәм бер тауыш» фестивалендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры менән Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт театры ҡатнашҡайны.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика