05:09 (UTC+5), 13 Апрель 2012

Хәйбуллалар Ырымбур райондары менән хеҙмәттәшлек итә

Марина Шумилова
Хәйбулла районы делегацияһы Ырымбур өлкәһе Гай районының Нововоронежск ауылында булды.
Хәйбулла районы Ырымбур өлкәһенең башҡорттар күпләп йәшәгән Гай һәм Ҡыуандыҡ райондары менән күп йылдар дауамында хеҙмәттәшлек итә. Күрше өлкә уҡытыусылары өсөн семинарҙар үткәреү һәм райондың ижади коллективтарының концерттарын ойоштороу ҙа матур йолаға әйләнгән. Был юлы Гай районына Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайының активистары килде. Улар Нововоронежск ауылы халҡы менән осрашты, уларға Хәйбулла районы халҡы менән йыйылған башҡорт телендәге китаптарҙы бүләк итте. Ауыл халҡы өсөн башҡорт телендәге китаптар, башҡорт йырҙары яҙҙырылған дискылар һәм башҡа полиграфия продукцияһы күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторолдо.
Ырымбурҙар Хәйбулла районының бай концерт программаһы әҙерләгән үҙешмәкәр артистарын да йылы ҡаршыланы. Бындай осрашыуҙар йыл дауамында Ырымбурҙың башҡа ауылдарында ла үтәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика