06:24 (UTC+5), 12 Апреля 2012

Төбәктә урман янғындарын һүндереү буйынса зона уҡыуҙары башланды

Галина Бахшиева
Бөгөн Башҡортостандың Йылайыр, Маҡар, Өфө, Тирлән һәм Балаҡатай урман хужалыҡтарында урман янғындарын һүндереү буйынса зона уҡыуҙары башланды.
Урман янғындарын һүндереү һәм уларҙы иҫкәртеү системаларын һәм алымдарын булдырыу буйынса саралар планына ярашлы, уҡыуҙар республиканың Урман хужалығы министрлығы менән ойошторолдо.
— Был саралар ведомствоның алдағы янғын хәүефлелеге осорона әҙерлек кимәлен билдәләргә мөмкинлек бирәсәк, - тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына БР Урман хужалығының матбуғат секретары Айбулат Ғәйнуллин. – Быйыл апрелдең, алдағы йылдар менән сағыштырмаса, йылыраҡ булыуына ҡарамаҫтан, барлыҡ тиерлек әҙерлек саралары тамамланды. Урман янғындарын һүндереү буйынса республика йыйылма планы раҫланды.
Зона уҡыуҙары һөҙөмтәләре буйынса апрель аҙағында урман хеҙмәткәрҙәре өсөн республика уҡыуҙары үткәреләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика