10:36 (UTC+5), 12 Апреля 2012

Өфөнән Спиваков фонды стипендиаттары Мәскәү халыҡ-ара Музыка йортонда сығыш яһаясаҡ

Розалия Вәлиева
Башҡортостан Республикаһындағы Владимир Спиваков исемендәге Халыҡ-ара хәйриә фонды стипендиаттары - Өфө урта махсус музыка колледжы, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттарының һәм был уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙың, шулай уҡ П.И.Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваториһы ҡарамағындағы Үҙәк музыка мәктәбе уҡыусыларының концерты Мәскәү халыҡ-ара Музыка йортонда 19 апрелдә үтәсәк.
Владимир Спиваков исемендәге Халыҡ-ара хәйриә фондының Башҡортостан Республикаһы филиалы директоры Ғәлиә Камаева хәбәр итеүенсә, концертта республика, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Тимофей Владимиров (фортепиано), Ангелина Самойлова (скрипка), Кирилл Козлов (фортепиано), Гөлназ Сәхибгәрәева (фортепиано), Олег Тузов (фортепиано), Диляра Иҙрисова (сопрано), шулай уҡ Булат Насыров (скрипка) һәм Искәндәр Ханнанов (виолончель) ҡатнашасаҡ. Музыканттар маэстро Спиваков бүләк иткән музыка ҡоралдарында уйнай. Шулай уҡ концертта Башҡортостандағы Владимир Спиваков исемендәге Халыҡ-ара хәйриә фондының тәүге быуын стипендиаттары, әле П.И.Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваториһында белем алған Элиза Хәнәфина (виолончель) һәм Денис Хөсәйенов (фортепиано) ҡатнаша.
Концерт көнөндә Мәскәү халыҡ-ара Музыка йортонда Өфөнөң 2-се балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары эштәренең күргәҙмәһе эшләйәсәк, уны шулай уҡ Спиваков фондының Башҡортостандағы филиалы ойоштора.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика