17:36 (UTC+5), 11 Апреля 2012

Республикаға сит телдәрҙе белгән волонтерҙар кәрәк буласаҡ

Тимур Рәхмәтуллин
Алдағы арала Башҡортостанға сит телдәрҙе белгән волонтерҙар кәрәк буласаҡ. Был хаҡта бөгөн «Ижтимағи электрон гәзит»тә үткән онлайн-конференцияла Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры Өлфәт Йомағужин хәбәр итте.
— Башҡортостанда тиҙҙән ҙур халыҡ-ара саралар үтәсәк, һәм беҙ волонтерҙарҙы, айырыуса йәштәрҙе, уларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ, бының өсөн ЮНЕСКО эштәре буйынса БР комитетында теркәлеү кәрәк, - тине Өлфәт Йомағужин. – 2013 йылдың 26 февраленән 3 мартына тиклем республикала Халыҡ-ара балалар уйындары үтәсәк, беҙгә төрлө илдәрҙән меңләгән уҡыусы киләсәк. Республика ҡаҙаныштары тураһында матур итеп һөйләп, саралар барышында ҡунаҡтарҙы оҙатып йөрөй алырлыҡ Башҡортостан ватансыларын саҡырабыҙ. Төп талаптарҙың береһе – сит телдәрҙе белеү. Әгәр ҙә кемдер ике-өс телде белә икән, бик яҡшы буласаҡ. Кешеләр үҙҙәренең туған телдәрендә аралашҡыһы килә.
2013 йылдың октябрь һәм ноябрь айҙарында ЮНЕСКО-ның Генераль конференцияһы сиктәрендә Башҡортостан Парижда ҙур халыҡ-ара презентацияла ҡатнашасаҡ. Төбәкте был форумда тәҡдим итеү өсөн республикала төрлө саралар әҙерләнә. Башҡортостанға сит ил ҡунаҡтарының килеүе көтөлә, уларҙы оҙатып йөрөү өсөн тәржемәселәр кәрәк буласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика