12:09 (UTC+5), 11 Апреля 2012

Нуриман районына «һандуғастар» осоп киләсәк

Розалия Вәлиева
Нуриман районының Красная Горка ауылында эстрада йырын башҡарыусылар араһында Ф.Хәсәнова исемендәге «Нуриман һандуғасы» республика конкурсы ойоштороласаҡ. Гала-концерт район мәҙәниәт йортонда 13 апрелдә үтәсәк. Конкурста Иглин, Шишмә, Өфө, Ҡариҙел һәм Ҡырмыҫҡалы райондарынан 25 йырсының ҡатнашыуы көтөлә.
— Сығыш яһаусыларҙың оҫталығына профессиональ жюри баһа бирәсәк, - тип хәбәр итте Нуриман районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Лениза Хәлилова. – Красная Горка ауылына РСФСР-ҙың халыҡ артискаһы Тәнзилә Үҙәнбаева, «Ашкаҙар» радиоһы алып барыусыһы Урал Ниғмәтуллин һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса белгесе Фәнисә Аҡсурина киләсәк.
Быйыл «Нуриман һандуғасы» эстрада йырын башҡарыусылар конкурсы республика статусын алды. Ул вокал оҫталығы традицияларын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү, яңы таланттарҙы асыҡлау маҡсатында үткәрелә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика