12:57 (UTC+5), 11 Апреля 2012

Баш ҡалала мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә почетлы исемдәр бирелде

Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығында үткән тантаналы сарала ведомство башлығы Әлфис Ғаязов 16 мәғариф хеҙмәткәренә почетлы исемдәр бирҙе.
«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» исемен алыу менән министр Бәләбәй ҡалаһындағы 1-се гимназияның физика уҡытыусыһы Людмила Коровинаны, Туймазы ҡалаһындағы 4-се мәктәптең география уҡытыусыһы Игорь Даниленконы, Салауат районы Тирмән ауылы мәктәбенең математика уҡытыусыһы Рима Миһранованы һәм Өфөнөң 46-сы лицейы директоры урынбаҫары Надежда Әхмәтованы ҡотланы.
«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән хеҙмәткәре» исеменә Республика балалар (үҫмерҙәр) техник ижады үҙәге директоры Әлим Әхмәҙиев, Башҡорт дәүләт университетының биология факультеты деканы Ринат Ибраһимов, Башҡорт дәүләт аграр университеты профессоры София Исламова, Өфө дәүләт авиация техник университетының физик тәрбиә биреү кафедраһы мөдире Геннадий Мокеев лайыҡ булды.
Алты уҡытыусы «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» исемен алды. Улар - «Востокнефтезаводмонтаж акционерҙар компанияһы» үҙәге директоры Марат Әбүбәкиров, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы уҡытыусыһы Фәнисә Билданова, БашДУ-ның Сибай филиалының башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире Ғәҙилә Бүләкова, Бишбүләктең 2-се мәктәбе директоры Ләйлә Едиханова, Башҡорт төҙөлөш колледжының ситтән тороп уҡыу бүлеге мөдире Ирина Пастухова һәм БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы профессоры Марат Халиков.
Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталары менән Өфөләге 91-се лицейҙың математика уҡытыусыһы Фаина Якрина һәм Башҡортостан кооператив техникумы директоры Әнүәр Абдрахманов бүләкләнде.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика