04:33 (UTC+5), 10 Апреля 2012

Тәтешлелә күренекле удмурттарҙы тәбрикләнеләр

Тимур Рәхмәтуллин
Тәтешле районының Түбәнге Балтас ауылында хөкүмәт наградалары һәм почетлы исемдәре булған Башҡортостан һәм Удмуртия удмурттарының слеты үтте. Унда Балтас, Борай, Йәрмәкәй, Ҡалтасы, Кушнаренко, Тәтешле, Яңауыл райондарынан, Нефтекама ҡалаһынан һәм Удмурт Республикаһынан делегаттар ҡатнашты. Оло йәштәге ветерандарҙан тыш осрашыуға йәштәр - производство алдынғылары ла килде.
Тәтешле районының фольклор коллективтары ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ, халыҡ бейеүҙәре һәм йырҙары менән ҡаршы алды. Делегаттар урындағы мәктәптә булды, ботаник баҡса һәм мәктәп музейы менән танышты, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттар обелискыһына веноктар һалды.
Тантана ауыл мәҙәниәт йортонда үтте. Байрамды Башҡортостан удмурттарының милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Ренат Ғәләмшин асты. Сәләмләү һүҙе менән Тәтешле районы хакимиәте башлығы Дамир Әхмәтов сығыш яһаны. Тантана барышында һәр делегатҡа бүләктәр тапшырылды. Сара Түбәнге Балтас ауылының үҙешмәкәр артистары әҙерләгән байрам концерты менән тамамланды.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика