04:50 (UTC+5), 10 Апреля 2012

М.Аҡмулла исемендәге университет студенттары Болгарияла халыҡ-ара конкурста еңеү яуланы

Розалия Вәлиева
М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының музыка-хореография бүлеге студенттары Болгарияла үткән XIII «Орфеева Дарба» халыҡ-ара бейеүселәр һәм йырсылар конкурсында алтын миҙалға лайыҡ булды.
«Халыҡ йыры» номинацияһында вокал бүлегенең 2 курс студенткаһы Эльза Бәҙретдинова алтын миҙал яуланы. Өфө бейеүселәре Линера Зәйнәғетдинова, Екатерина Малыгина һәм Алена Гофман «Модерн һәм характерлы бейеүҙәр» номинацияһында беренсе урын алды.
— Конкурста ҡатнашыусыларҙы бик яҡшы ҡабул иттеләр, - тине музыкаль белем биреү кафедраһы мөдире, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Зөлфирә Бакирова-Фәрхетдинова. – Эльза Бәҙретдинова «Шәл бәйләнем» йырын, шулай уҡ Салауат Низаметдинов йырҙарын башҡарҙы. Сит илдә башҡорт мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыналар.
Болгариялағы еңеүҙән һуң педагогия университеты студенттары Италияла үтәсәк халыҡ-ара конкурсҡа саҡырыу алды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика