07:31 (UTC+5), 09 Апреля 2012

Йәйге лагерҙарҙа Өфөнән 120 мең бала ял итәсәк

Евгений Рәхимҡолов
Өфөнән яҡынса 120 мең бала һәм үҫмер, шул иҫәптән 88 мең мәктәп уҡыусыһы, 2012 йылда йәйге сәләмәтләндереү кампанияһына йәлеп ителәсәк. Уларҙың ялын ойоштороу өсөн 18 йәйге лагерь эшләйәсәк. Балаларҙы сәләмәтләндереү мәсьәләһе Өфө хакимиәтендә Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрҙе көйләү буйынса өс яҡлы территориаль комиссия ултырышында ҡаралды. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының матбуғат үҙәгенән хәбәр иттеләр.
Балаларҙан тыш, ял итеү мөмкинлегенә өлкәндәр ҙә эйә буласаҡ. Өфөнөң муниципаль учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен шифахана-курорттарҙа сәләмәтләндереүгә ҡала бюджетына быйыл биш миллион һум күләмдә аҡса һалынған. Өфө хакимиәтенең Халыҡҡа социаль ярҙам буйынса идаралығы начальнигы Светлана Ғәлиева һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта дүрт меңдән ашыу кешенән заявка ҡабул ителгән. Әммә әлегә тиклем бер ял көнө өсөн хаҡ билдәләнмәгән. Был мәсьәлә алдағы ваҡытта хәл ителәсәк. Бынан тыш, әлеге мәсьәлә буйынса республиканың Финанс министрлығына мөрәжәғәт әҙерләнә.
Комиссия ултырышында түбән профсоюз ойошмаларын булдырыу һәм ҡаланың популяр сауҙа селтәрҙәрендә килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу, шулай уҡ бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен социаль торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелде. Рәсәй халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәренең республика профсоюз комитеты рәйесе урынбаҫары Наил Нурмөхәмәтов хәбәр итеүенсә, табиптарға һәм уҡытыусыларға социаль йорт төҙөү өсөн аҡса етмәү мәсьәләһе был мөхиттә киҫкен социаль көсөргәнешлек тыуҙыра. Средстволар бүлеү мәсьәләһен хәл итеү өсөн ул депутаттарға һәм республика Хөкүмәтенә мөрәжәғәт итергә тәҡдим итте.
— Был мәсьәләне йыл һайын хәл ителмәйенсә ҡалдырып, халыҡты алдай алмайбыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Наил Нурмөхәмәтов.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика