09:25 (UTC+5), 09 Апреля 2012

«Тәбиғәт» предприятиеһы өмәләрҙә йыйылған сүп-сарҙы бушлай утилләштерәсәк

Галина Бахшиева
Башҡортостандың «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы экологик өмәләр барышында республика предприятиелары һәм ойошмалары менән йыйылған сүп-сарҙы бушлай утилләштерәсәк. Сүп-сар ошо предприятиеның ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондарында бушлай ҡабул ителәсәк.
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында әйтеүҙәренсә, 14 апрелдән республикала экологик өмәләр башланасаҡ. Өс аҙна дауамында министрлыҡтарға, дәүләт комитеттарына, ведомстволар, муниципаль район һәм ҡала округы хакимиәттәренә, ойошмаларға, профсоюз комитеттарына һәм йәмәғәт берекмәләренә урамдарҙы, юлдарҙы, ихаталарҙы, парктар, баҡсалар һәм башҡа территорияларҙы таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү сараларын үткәрергә тәҡдим ителгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, былтыр Башҡортостанда үткән яҙғы өмәләр һөҙөмтәһендә республика территорияһын таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса уртаса процент 99,3-кә еткәйне. Ҡала һәм ауыл биләмәләрен таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү сараларына 38 меңдән ашыу техника берәмеге йәлеп ителде. Экологик өмәләр һөҙөмтәһендә 350 мең кубометрҙан ашыу ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары йыйылып, полигондарға сығарып түгелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика