Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+14 °С
08:21 (UTC+5), 09 Апреля 2012

Төбәктә тәүгә «Яратам һине, тормош!» фестивале үтәсәк

Розалия Вәлиева
«Яратам һине, тормош!» оло йәштәгеләрҙең художестволы үҙешмәкәр ижады фестивале республикала тәүгә ағымдағы йылдың апрель һәм май айҙарында үтәсәк. Фестиваль гала-концерты 8 июндә Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында уҙғарыласаҡ.
Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, фестивалдә ҡатнашыуға ижади коллективтар һәм айырым башҡарыусылар саҡырыла. Ҡатнашыусылар йәше: ҡатындар – 55 йәштән алып, ир-аттар – 60 йәштән алып.
Фестивалдә ҡатнашыусылар үҙ һәләттәрен түбәндәге номинацияларҙа күрһәтә ала: вокал, бейеү, музыка ҡоралдарында уйнау, әҙәби әҫәр уҡыу һәм оригиналь жанр. Бәйге йомғаҡтары буйынса еңеүселәргә һәр номинацияла 1-се, 2-се һәм 3-сө урындар биреләсәк. Гран-приға иң сағыу һәм һәләтле ҡатнашыусы лайыҡ буласаҡ.
Фестивалдә ҡатнашыусылар ижадына республиканың билдәле музыканттары, сәнғәт оҫталары баһа бирәсәк.
Бындай башланғыс менән төбәктең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сығыш яһаны. Фестивалде үткәреүҙә шулай уҡ БР Мәҙәниәт министрлығы, «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре Советы» ассоциацияһы, Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының (пенсионерҙарҙың) республика советы, «Йылдарым - байлығым» йәмәғәт ойошмаһы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы ла ҡанаша.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика