Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-25 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Апрель 2012, 12:56

Эске эштәр министрлығы вәкиле Дәүләкән халҡы менән осраша

Шишәмбе, 10 апрелдә, Рәсәй Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар департаменты начальнигының беренсе урынбаҫары Владимир Гришин Дәүләкән халҡы менән осрашасаҡ. БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, эске хеҙмәт генерал-майоры йәмәғәтселеккә һәм муниципаль власҡа полиция эшмәкәрлеге, реформа барышы тураһында мәғлүмәт бирергә, эске эштәр органдарының хоҡуҡ һаҡлаусылар менән хеҙмәттәшлек итеү, халыҡ ышанысын арттырыу мөмкинлектәрен тикшерергә ниәтләй.
Осрашыу 16-18 сәғәттәрҙә район мәҙәниәт йортонда үтәсәк. Сара һуңында Владимир Гришин шәхси мәсьәләләр буйынса ҡабул итеү үткәрә, уға 8(347)279-41-58 (БР буйынса Эске эштәр министрлығы), 8(347)68-320-19, 8(347)68-319-31 (Рәсәй Эске эштәр министрлығының Дәүләкән районы буйынса идаралығы) телефондары аша яҙылырға мөмкин. БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, федераль министрлыҡта осрашыу урынын үҙҙәре билдәләгәндәр.
Автор: Ольга Мортазина
Читайте нас