Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Апрель 2012, 15:58

«Родина» кинотеатрында – Булат Йосопов уҡыусыларының фильмдары премьераһы

8 апрелдә «Родина» кинотеатрында Булат Йосоповтың кино мәктәбен тамамлаусыларҙың биш яңы ҡыҫҡа метражлы фильмының премьераһы үтәсәк.
— Был ун икенсе сығарылыш, - тине кинорежиссер Булат Йосопов. - Өфөлөләр күрәсәк фильмдар һуңғы дүрт ай эсендә төшөрөлдө. Сарала Айгөл Буранғолова етәкселегендә кино мәктәбенең йәш уҡыусылары менән төшөрөлгән йәнһүрәттәр ҙә күрһәтеләсәк.
«Родина» кинотеатрында режиссер Илина Вәхитованың - «Он Ангел», Игорь Йосоповтың – «Начало. Пробуждение», Юлиә Храмованың - «На радиоволнах», Мират Кәримовтың - «Придет весна», Луиза Вәлиеваның «Без названия» фильмдары тәҡдим ителәсәк. Премьеранан һуң эштәр менән кино мәктәбенең рәсми сайтында танышырға буласаҡ.
Башлана 18 сәғәттә.
Автор: Розалия Вәлиева
Читайте нас