11:53 (UTC+5), 06 Апреля 2012

Башҡортостан етәкселегенең асыҡ сәйәсәте киң мәғлүмәт сараларының аудиторияһын арттырҙы

Әлфиә Шәрәфетдинова
Башҡортостан Президентының властың асыҡлығына йүнәлеш алыуы республиканың киң мәғлүмәт саралары өсөн ябыҡ темалар ҡалдырманы.
— Киң мәғлүмәт саралары менән ҡаралған темалар араһында «аҡ таптар» ҡалманы, беҙҙең өсөн ябыҡ темалар ҙа юҡ тиерлек, — тип белдерҙе бөгөн Өфөлә үткән ведомствоның киңәйтелгән коллегияһында БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов.
Теләһә ҡайһы темаға асыҡтан-асыҡ һөйләшеү һәм улар буйынса аудитория менән фекер алышыу мөмкинлеге мәғлүмәт менән ҡулланыусыларҙың артыуына килтерә, һәм киң мәғлүмәт сараларының хәҙерге этаптағы бурысы – сифатлы контент һәм дискуссиялар өсөн уңайлы майҙансыҡ булдырыу.
— Тыйылған темалар юҡ — сифатлы дискуссиялар ғына бар, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Борис Мелкоедов.
— Традицион киң мәғлүмәт саралары юҡҡа сыҡмаҫ өсөн ҡыҙыҡлы булырға тейеш, — тип министр фекерен ҡеүәтләне БР Президенты Аппараты етәксеһе урынбаҫары — Президент Секретариаты начальнигы Аббас Ғәлләмов. — «Киң мәғлүмәт саралары һөйләй – аудитория тыңлай» кеүек киң коммуникацияның әүәлге моделе үткән заманда ҡалды.
Ул журналистикалағы яңылыҡ һәм эксклюзив кеүек мөһим принциптарҙан берәүҙең дә баш тартырға йыйынмауын һыҙҡ өҫтөнә алып, редакция вәкилдәре өсөн үҙенә күрә оҫталыҡ класы ойошторҙо:
— Президенттың кем менәндер аралашыу факты берәүгә лә ҡыҙыҡ түгел — уларҙың нимә тураһында әңгәмәләшеүе ҡыҙыҡһындыра. Бының береһе лә материалда юҡ, — тип белдерҙе Аббас Ғәлләмов, гәзиттәге хәрби хеҙмәткә саҡырыу башланыуы тураһындағы мәҡәләнән өҙөк килтереп. Унда автор Президенттың хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы йәштәр һәм Хәрби комиссия ағзалары менән осрашыу фактын билдәләү менән генә сикләнгән.
— Ваҡытлы матбуғат баҫмалары булһынмы ул, телевидение, радио йәки интернетмы – берҙәм мәғлүмәт киңлеге ойошторолоуы һәм киң мәғлүмәт сараларының мультимедиа форматына күсеүе шарттарында мәғлүмәт еткереү ысулы артыҡ ҙур әһәмиәткә эйә түгел, - тип билдәләне Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы башлығы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика