18:41 (UTC+5), 05 Апреля 2012

Йылайыр районында атайҙар мираҫына ҙур хөрмәт менән ҡарайҙар

Әлим Фәйезов
Йылайыр районында ауыл биләмәләре араһында «Атайҙар мираҫы» фестиваль-конкурсы үткәрелә, ул Рәсәй Федерацияһында Рәсәй тарихы йылы һәм Башҡортостан Республикаһында Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арнала. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурс-фестиваль 2012 йылдың мартынан алып майға тиклем ике этапта уҙғарыла.
Беренсе этапта райондың барлыҡ ауылдарында урам йәки округтарҙың художестволы үҙешмәкәрлек коллективтарының сығыштары ойоштороласаҡ. Йылайыр ауылында конкурс ойошма, учреждение һәм предприятиеларҙың художестволы үҙешмәкәрлек коллективтары араһында үткәрелә.
Бәйге шарттары буйынса программа өс өлөштән тора. «Юҡҡа ғына хәтерләмәй Рәсәй» исемле тәүге өлөшөндә Рәсәйҙең 1812 йылдағы Ватан һуғышында еңеү темаһын сағылдырыу талап ителә. Икенсеһе «Беҙ бала саҡ иленән» тип атала, ул балалар ҡатнашлығында ижади ғаиләләрҙең сығыштарын күҙ уңында тота. Өсөнсө өлөштә иһә тема ирекле.
Программала халыҡ ижадының барлыҡ жанрҙары ла рөхсәт ителә.
Икенсе этап муниципаль мәҙәниәт бүлеге графигы буйынса райондың Мәҙәниәт йортонда үткәрелә. Һәр ауыл биләмәһе үҙенең концерт программаһын тәҡдим итәсәк, биҙәү-ҡулланма сәнғәте изделиелары күргәҙмәһе-йәрминкәһен ойошторасаҡ. Икенсе этап сиктәрендә райондың мәҙәниәт йортонда Иван-Ҡыуалат ауылы сығыш яһаған да инде.
Фестиваль 3 майға тиклем дауам итәсәк, график буйынса райондың барлыҡ 13 ауыл биләмәһе сығыш яһаясаҡ. Гала концерт район һабантуйы ваҡытында үтәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика