07:57 (UTC+5), 05 Апреля 2012

Федоровкала мордва тарихи-мәҙәни үҙәге асыласаҡ

Тимур Рәхмәтуллин
6 апрелдә «Федоровка ауылы» мордва тарихи-мәҙәни үҙәген асыу тантанаһы үтәсәк. «Башинформ» агентлығына Федоровка районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Булат Сиражетдинов хәбәр итеүенсә, тантаналы сарала Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Камила Дәүләтова, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Вельмир Аҙнаев, Мордовияның милли сәйәсәт министры Александр Лузгин, Мордва халҡының төбәк-ара йәмәғәт хәрәкәте рәйесе урынбаҫары Александр Каторов ҡатнашасаҡ.
Программала - «Ҡыуаныс килтергән эштәр» («Кенярксонь кандыця тевть») биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе һәм мордва шәжәрәләре менән танышыу, театрлаштырылған тамаша ҡарау. Артабан райондың Мәҙәниәт йортонда тарихи-мәҙәни үҙәк бүлмәһенең презентацияһы үтәсәк. Сара сиктәрендә БР Мордва милли-мәҙәни автономияһының отчет-һайлау конференцияһы ойоштороласаҡ, унда республиканың 22 ҡала һәм районынан 80 делегат ҡатнашасаҡ. Сара урындағы ижади коллективтарҙың матур концерты менән тамамланасаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика