Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Апрель 2012, 11:14

Өфөнөң Дим районында яңы мәсет асыласаҡ

Август аҙағында Өфөнөң Дим районында яңы мәсет асыласаҡ, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына урындағы мосолман дини ойошмаһы етәксеһе Замир Хәйруллин.
— Йәй аҙағына эштәрҙе тамамлап, мәсет асыу тантанаһын үткәрербеҙ, тип ышанам. Ҡорбан байрамын яңы мәсеттә ҡаршыларға теләр инек, - тине Замир хәҙрәт.
Ике ҡатлы ғибәҙәтхана 800 кешегә иҫәпләнгән. Мәсеткә исем дә уйлап табылған - «Мәҙинә».
Мәсетте асыу тантанаһына Өфөнән дини кешеләр, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, Башҡортостан мәсеттәре имамдары һәм Өфөнөң Дим районы хакимиәте етәкселәре саҡырыласаҡ.
Автор: Тимур Рәхмәтуллин
Читайте нас