15:01 (UTC+5), 03 Апреля 2012

«Мода аҙналығы» Өфөлә 21 апрелдә башланасаҡ

21 - 26 апрелдә Башҡортостандың баш ҡалаһында Вячеслав Зайцевтың Мода йорто ҡатнашлығында Мода аҙналығы үтәсәк. «Мода аҙналығы» республика тормошонда ғына түгел, унан ситтә лә әһәмиәтле ваҡиғаларҙан һанала.
Өфөләге Мода аҙналығы программаһы ярайһы бай буласаҡ. Алты көн, тиҫтәләгән мода күрһәтеү тамашалары йәш таланттарға ысын мода донъяһына юл асасаҡ.
Тамашасылар Рәсәйҙең йәш дизайнерҙары эштәрен дә, балалар мода театрының һәм балалар ижады йорттарының йәш кутюрьелары менән ижад ителгән моделдәрҙе лә күрә аласаҡ.
Бынан тыш, Өфөләге Мода аҙналығы сиктәрендә тәүге тапҡыр балаларҙың «Мини-мисс Өфө-2012» матурлыҡ һәм таланттар конкурсы үтәсәк. Ошонда уҡ «Фотомодель-2012» фотоһүрәттәр күргәҙмәһе ойоштороласаҡ.
Мода индустрияһы профессионалдарынан торған жюри иң яҡшыларын билдәләйәсәк.
Өфөләге мода аҙналығының ойоштороусыһы булып БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты, БР Мәғариф министрлығы һәм Өфө хакимиәтенең Мәғариф идаралығы ҡатнашлығында туғыҙынсы тапҡыр Өфөнөң «Премьера» модель агентлығы сығыш яһай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика