18:28 (UTC+5), 02 Апреля 2012

Приют ҡасабаһында яңы бассейн асылды

«Башинформ» | фото: Олег Яровиков
Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында «Приютовский» спорт-һауыҡтырыу комплексында яңы бассейн асылды. Объект «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән төҙөлгән. Яңы спорт объекты «Газпром трансгаз Өфө» компанияһының филиалдары булған урындарҙа бассейндар төҙөү буйынса программаны тормошҡа ашырыуға нигеҙ һалды, тип билдәләне предприятиеның генераль директоры Сергей Пашин.
Объектты асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. Ул «Газпром трансгаз Өфө» эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе һәм, киләсәктә республика халҡының именлеге өсөн бергә күп эштәр башҡарырбыҙ әле, тигән ышанысын белдерҙе.
– Дөйөм алғанда, халыҡҡа еңелерәк, яҡшыраҡ булһын өсөн эшләргә кәрәк. Һәм бындай объекттар даими рәүештә сафҡа индерелергә тейеш, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Президенты.
Бинаның дөйөм майҙаны яҡынса 1500 квадрат метр тәшкил итә. Аҙнаһына яҡынса 1600 кеше шөғөлләнә ала.
– Бассейнда шөғөлләнеү ҡасабала йәшәүсе балалар һәм предприятие хеҙмәткәрҙәре балалары өсөн бушлай, - тине «Газпром трансгаз Өфө» компанияһының генераль директоры Сергей Пашин. – Беҙҙең өсөн иң мөһиме – үҫеп килгән быуын хаҡында хәстәрлек күреү һәм балаларҙы сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү. Киләсәктә лә социаль оъекттар төҙөүҙе дауам итәсәкбеҙ. Мәҫәлән, әле Өфөлә яңы торлаҡ йорт төҙөлә, ул файҙаланыуға быйыл тапшырыласаҡ. Павловка ауылында торлаҡ йорт һәм бассейнлы спорт-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә. Шулай уҡ Шаранда торлаҡ йорт һәм бассейн проектлана.
Сергей Пашин хәбәр итеүенсә, яҡын арала Приютта предприятие япмалы һырғалаҡ та төҙөйәсәк.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика