06:06 (UTC+5), 02 Апреля 2012

Ишембайҙан Рифат Әйүпов 2012 йылдың иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булды

Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков
Ишембай ҡалаһының 8-се дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Рифат Әйүпов «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2012» төбәк-ара конкурсында Гран-при яуланы. Наградлау тантанаһы М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында үтте.
Был юлы һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә 57 кеше ҡатнашты. Конкурста ҡатнашыусылар асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, үҙҙәренең инновацион тәжрибәһе менән уртаҡлашты, «Беҙҙән һуң нимә ҡала» темаһына лекция менән сығыш яһаны, шулай уҡ фекер алышыуҙа ҡатнашты.
Был бәйгелә башҡа төбәктәрҙән дә уҡытыусыларҙың ҡатнашыуы мөһим, тип билдәләне Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов.
— Был юлы конкурсҡа Ырымбур, Һамар, Силәбе өлкәләренән вәкилдәр килде, - тине ул. – Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа беҙҙең ҡаҙаныштарҙы, алдынғы тәжрибәне пропагандалау конкурстың төп маҡсаты булып торҙо. 57 ҡатнашыусының һәр береһе үҙенең инновацион технологияларын һәм методикаларын тәҡдим итеп, ниндәйҙер яңылыҡ индерә, быларҙың барыһы ла башҡалар өсөн өлгө була ала, - тип иҫәпләй Әлфис Ғаязов.
Биш финалистан тыш, төрлө номинацияларҙа призерҙар ҙа билдәләнде. Шулай уҡ бәйгелә ҡатнашыусыларға бағыусыларҙан һәм республика киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренән махсус приздар тапшырылды.
— Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәре менән бер рәттән икенсе белгеслеккә лә уҡыным. Ул миңә ҡыҙығыраҡ тойолдо, - тине конкурста еңеүсе Рифат Әйүпов. – Мин юрист булырға теләнем, шуға күрә юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң тәфтишсе булып эшләй башланым. Әммә ике йылдан һуң яҙмыш ҡушыуы буйынса мәктәпкә килдем, һәм бына 15 йыл инде был изге һәм һөҙөмтәле һөнәргә тоғро булып ҡалам. Өләсәйем менән ҡартатайым шулай уҡ уҡытыусы булған. Был да минең һайлауға йоғонто яһағандыр, моғайын. Эшемде, уҡыусыларымды яратам, тағы мәктәпкә килер өсөн каникулдар бөтөүен түҙемһеҙләнеп көтөп алам. Уҡытыусы һөнәрендә төрлөһө була – ауыр мәлдәр ҙә, бәхетле саҡтар ҙа. Уҡыусыларым олимпиадаларҙа еңеү яулаһа, улар менән бергә ҡыуанам. Уларҙың еңеүе – минең еңеү.
Рифат Әйүпов фекеренсә, уҡытыусы, тәү сиратта, уҡыусылары өсөн дуҫ булырға тейеш.
— Балалар күңеле бик нескә була, ысын менән ялғанды улар тиҙ айыра, һиҙә. Шуға күрә беҙ һәр ваҡыт ғәҙел кеше булып ҡалырға тейеш, - тип иҫәпләй конкурста еңеүсе.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика