12:51 (UTC+5), 02 Апреля 2012

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Марат Шәриповтың юбилей кисәһе үтәсәк

Розалия Вәлиева
7 апрелдә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Татарстандың халыҡ артисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Марат Шәриповтың юбилей кисәһе үтәсәк.
Кисәлә Татарстандың сәнғәт оҫталары Рөстәм Маликов, Зөһрә Сәхәбиева, Фән Вәлиәхмәтов, Фәнир Ғәлимов, Рафаэль Ильясов, Ринат Вәлиев һәм башҡорт артистары ҡатнашасаҡ.
Марат Шәрипов – филология фәндәре кандидаты, БР Президенты ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы, «Рамаҙан» төрки милли-мәҙәни үҙәге рәйесе. 25 йылға яҡын Башҡорт дәүләт университетының татар филологияһы кафедраһында уҡыта.
2001 йылдан Марат Шәрипов – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Әлеге ваҡытта уның репертуарында ундан ашыу партия бар.
Юбилей кисәһе 18 сәғәттә башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика