10:42 (UTC+5), 28 Марта 2012

«Мәғариф. Фән. Карьера» күргәҙмәһендә 130-ҙан ашыу уҡыу йорто ҡатнаша

«Нефтсе» мәҙәниәт һарайында XII «Мәғариф. Фән. Карьера-2012» махсуслаштырылған күргәҙмәһе асылды. Унда республика һәм Рәсәй ҡалаларынан 130-ҙан ашыу уҡыу йорто ҡатнаша.
— Мәғариф форумының башланыуын юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары һәм буласаҡ студенттар көтөп алды. Инновацион майҙансыҡтарҙа республика фәненең бөгөнгө торошо менән танышырға була, - тине Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов. – Экспозиция географияһының йылдан йыл киңәйеүе ҡыуандыра – бөгөн форум эшендә Мәскәү, Санкт-Петербург, Түбәнге Новгород, Пермь, Екатеринбург, Златоуст, Ижевск һәм Ырымбур ҡалаларынан уҡыу йорттары ҡатнаша. Йәштәр фәне фестивале ҡаланың барлыҡ уҡыу йорттарында үткәреләсәк сараларҙы үҙ эсенә ала, уларҙа дүрт көн дауамында бөтә республиканан һәләтле балалар ҡатнашасаҡ. Форум республикабыҙ мәғарифын үҫтереү өсөн сираттағы импульс бирәсәк, тип ышанам.
«Мәғариф. Фән. Карьера-2012» күргәҙмәһендә юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарына, шулай уҡ башҡа белем биреү учреждениеларына инеү шарттары һәм конкурс тураһында мәғлүмәт алыу ғына түгел, практик эшләнмәләр менән танышыу мөмкинлеге лә бар, шулай уҡ уҡыу йорттарында асыласаҡ яңы специальностар тураһында ла белеп була.
Конференциялар, семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре, презентациялар форматында ойошторолған форум эшендә 10 меңдән ашыу студент һәм уҡыусы ҡатнаша.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика