07:15 (UTC+5), 28 Марта 2012

Өфөлә балалар араһында киҫкен респиратор инфекция таралыуы эпидемик сиктән ашып киткән

Ғәлиә Нәбиева
Өфөлә эпидемиологтар балаларҙың күпләп ауырыуын билдәләй. 3-6 йәштәгеләр төркөмөндә эпидемик сик 8,1 процентҡа артҡан, тип хәбәр иттеләр Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығында. Бындай хәл быйылғы миҙгелдә тәүге тапҡыр күҙәтелә. Белгестәр вируслы инфекцияларҙың таралыуын дымлы, һыуыҡ һауа торошонан күрә.
— Дөйөм алғанда ауырыу кимәленең эпидемия сигенә етеүе тураһында һөйләргә иртә әле,— тип иҫәпләй эпидемнадзор бүлеге начальнигы урынбаҫары Зөһрә Шаһиева. – Башҡа йәштәгеләр категориялары буйынса ауырыуҙың эпидемик сиктән артыуы күҙәтелмәй. Әле бөтә республика буйынса мониторинг алып барыла.
Һуңғы аҙнала, күҙәтеү ведомствоһы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда 22444 кеше грипп һәм киҫкен вируслы инфекция менән ауырый башлаған, шуларҙың 67,3 проценты – 14 йәшкә тиклемге балалар. Унан алдағы аҙна менән сағыштырғанда дөйөм алғанда ауырыусылар иҫәбе 9,1 процентҡа артҡан. Республика халҡының грипп һәм вируслы инфекция менән ауырыу кимәле күп йыллыҡ уртаса күрһәткескә ҡарағанда 4,1 процентҡа юғарыраҡ.
Алдағы аҙна менән сағыштырғанда, баш ҡала халҡы араһында ауырыусылар һаны 19,9 процентҡа күбәйгән. Өфөлә йәмғеһе 6314З кешегә киҫкен вируслы респиратор инфекция диагнозы ҡуйылған. Өфө халҡының грипп һәм киҫкен вируслы инфекция менән ауырыу кимәле эпидемик сиктән 13,5 процентҡа түбән.
Эпидемиологтар билдәләүенсә, республикала аденовирустар, PC-вирустар, шулай уҡ А2 төрөндәге грипп вирустары өҫтөнлөк итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика