07:20 (UTC+5), 27 Марта 2012

«Урал батыр» эпосы Ҡаҙағстанда яңғыраны

Әлим Фәйезов
Көн элгәре Ҡаҙағстан Республикаһының Актюбе ҡалаһына бер аҙналыҡ ғилми командировканан Өфөгә Башҡортостан делегацияһы әйләнеп ҡайтты. Науруз байрамы көндәрендә унда «Милләт-ара татыулыҡ факторы булараҡ төрки телле фольклор» халыҡ-ара конференцияһы үткәрелде, уның эшендә Көнбайыш Ҡаҙағстан, Ҡытай, Башҡортостан, Татарстан, Төркиә, Ырымбурҙан ғалимдар ҡатнашты. Конференция сиктәрендә билдәле башҡорт ғалимы, фольклорсы, филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева лекция уҡыны. Барлыҡ тыңлаусылар – билдәле ғалимдар, магистрҙар, студенттар башҡорт фольклорсыһының мифология, фольклор буйынса йөкмәткеле лекцияларына, шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәренә юғары баһа бирҙе.
Башҡортостан делегацияһы составында, ғалимдарҙан тыш, БДПУ студенттары Рида Тимершәйехова, Ҡарлуғас Ғөбәйҙуллина, БДУ аспиранты Зөбәржәт Әминева, Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге музыкаль гимназия уҡыусыһы Илнур Ҡоләхмәтов та булды, улар «Урал батыр» эпосын һөйләне, ҡобайырҙар әйтте, ҡурайҙа уйнау һәм өзләү оҫталыҡтары менән таныштырҙы, тип һөйләне Розалия Солтангәрәева. Үҙе билдәле сәсәниә булараҡ, Розалия Солтангәрәева уларҙың сығыштарын сәсәндәр мәктәбе традицияларына таянып әҙерләгән. Башҡарыу оҫталығы, эпос һәм ҡобайырҙар идеяһын еткереүҙә юғары рухи һәм телмәр мәҙәниәте ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, тамашасылар сығыштарҙы аяғүрә тороп алҡышланы.
Профессорҙар һәм уҡытыусылар филология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының баш ғилми хеҙмәткәре Розалия Солтангәрәеваның һәм М.Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллиндың лекцияларын юғары баһаланы, уларға Ҡаҙағстан Республикаһы Актюбе университетының почетлы профессорҙары исемдәрен бирҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика