04:13 (UTC+5), 27 Март 2012

Сергей Афонин: «Янғын арҡаһында йортһоҙ ҡалған Бүздәк халҡы яңы торлаҡ аласаҡ»

Ғәлиә Нәбиева
Янғын һөҙөмтәһендә йортһоҙ ҡалған Бүздәк халҡы 2 ай ярымдан һуң яңы торлаҡ аласаҡ. Был турала БЮТ телеканалында тура эфирҙа барған «Власть менән һөйләшеү» программаһында Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры — торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин белдерҙе. Башҡортостан Президенты өйһөҙ ҡалған ҡасаба халҡына матди ярҙам күрһәтергә ҡушҡан.
— Беҙ башҡаса булдыра алмайбыҙ, — тип билдәләне Сергей Афонин. – Һәм, үкенескә күрә, республиканың зыян күреүселәр өсөн йорт күтәреү тәжрибәһе лә бар.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, йәкшәмбе Бүздәк районы үҙәгенең Пархоменко урамындағы ике ҡатлы ағас йорт тулыһынса янып бөттө. Унда йәшәгәндәр эвакуацияланды, һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Янғынды һүндереүҙә 18 техника берәмеге һәм 52 янғын һүндереүсе ҡатнашты, ут сығыу сәбәптәре асыҡлана.
Йортта 16 фатир булған. Унда 44 кеше, шул иҫәптән 23 бала йәшәгән. Зыян күреүселәр туғандарында урынлашҡан, йәнә район хакимиәте уларға 94-се һөнәрселек училищеһының ятағынан урын биргән.
Сергей Афонин әйтеүенсә, был йортта йәшәгәндәрҙең барыһы ла урынлашып бөткән, туҡланыу мәсьәләһе лә хәл ителгән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика