Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.9
-0.27
91.5
+0.08
69.67
+1.03
19+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Март 2012, 12:19
Республикала «Айҙың ун шиғыры» конкурсы старт алды
Башҡортостанда «Айҙың ун шиғыры» («Десять стихотворений месяца») конкурсы старт алды. Ижади бәйгене «Истоки» гәзите редакцияһы ойоштора, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Конкурс шарттары буйынса теләгән һәр кем «Истоки» гәзите дуҫтарының клубы» интернет-берләшмә сайтында берәр шиғыр урынлаштыра ала.
Республиканың билдәле шағирҙары Николай Грахов, Владимир Денисов, Айҙар Хөсәйенов, Владимир Глинский шиғри әҫәрҙәргә баһа бирәсәк. Иң күп балл йыйыусы ун шиғыр гәзит биттәрендә донъя күрәсәк. Беренсе урын яулаусы әҫәр авторы шулай уҡ 500 һум аҡса һәм «Истоки» гәзитенә бушлай яҙылыу мөмкинлеге аласаҡ.
Автор:
Әлфиә Шәрәфетдинова
Теги:
конкурстар
шиғриәт
Читайте нас: