Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-15 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Март 2012, 16:04
Белоретта һуғышта ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындары торлаҡ сертификаттары алды
Белоретта Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындарына торлаҡ төҙөүгә йәки һатып алыуға бер тапҡыр бирелеүсе аҡсалата түләүгә сертификат бирелде. Оҙаҡ көтөлгән бүләкте дәүләттән Александра Калугина, Анна Лихорадова һәм Анна Микова алды.
Үкенескә күрә, сәләмәтлеге ҡаҡшауы арҡаһында бүләкләнеүселәрҙең барыһы ла район хакимиәтендә үткән тантанаға килә алманы, байрамда Александра Калугина ғына ҡатнашты. Район хакимиәте башлығы Владислав Миронов уны ошо мөһим ваҡиға айҡанлы ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, актив һәм оҙон ғүмер теләне.
Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Ольга Колесникованың хәбәр итеүенсә, Белорет районында торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта торған йәмғеһе 66 Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, һәләк булған (мәрхүм) һуғышта ҡатнашыусыларҙың һәм инвалидтарҙың ғаилә ағзалары торлаҡ һатып алыуға таныҡлыҡ алған. 2011 йылда — үрҙә билдәләнгән категориялағы 16 кешегә, 2012 йылда 9 кешегә таныҡлыҡ тапшырылған. Субсидияларҙың дөйөм күләме 66 миллион һумдан ашыу суммаға еткән.
Автор:
Әлим Фәйезов | фото: Ольга Колесникова
Теги:
ветерандар
торлаҡ
Читайте нас