Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.72
0
94.51
0
60.47
+0.65
-13 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Март 2012, 10:33
Метеорологик яҙ Башҡортостанға апрелдә киләсәк
Йылы көндәр Башҡортостанға апрелдә киләсәк. Үҙгәреүсән һауа торошо республикала 3-4 апрелгә тиклем һаҡланасаҡ. Был хаҡта Өфөлә үткән матбуғат конференцияһында Башгидрометтың баш синоптигы Анна Козаева хәбәр итте.
— Әлеге һауа торошо ҡышҡы төргә ҡарай, - тине ул. – Беҙгә метеорологик түгел, ә календарь буйынса һәм астрономик яҙ ғына килде. Яҙға күсеү 4-8 апрелдә күҙаллана.
Тап киләһе айҙың башында ҡар иреп, һыу таша башлаясаҡ.
Төбәктә көндәр апрелдең һуңғы декадаһында ғына йылынасаҡ, тип билдәләне Анна Козаева.
Уртаса тәүлек һауа температураһы апрелдә - плюс 3-5 градус, майҙа – плюс 11-14 градус, июндә плюс 16-19 градус тәшкил итәсәк.
Автор:
Рәсүл Хәмиҙуллин
Теги:
һауа торошо
Читайте нас