Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.42
-0.11
92.74
+0.48
67.09
-0.02
13+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Март 2012, 11:12
Иртәгә мәшғүллек мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул ителә
27 мартта РФ Президентының Башҡортостан Республикаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә мәшғүллек, мәшғүллек хеҙмәтендә иҫәпкә ҡуйыу, хеҙмәт баҙарында эшсе ҡулдарға ихтыяж һәм тәҡдим мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул итеү ойошторола.
Ҡабул итеүҙе БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Халыҡты эш менән тәьмин итеү федераль дәүләт хеҙмәте идаралығының юридик бүлеге начальнигы Айҙар Биктаев үткәрә.
Башлана — сәғәт 10-да.
Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең адресы: Өфө, Цюрупа урамы, 100 («Үҙәк баҙар» транспорт туҡталышы). Белешмәләр һәм алдан яҙылыу өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.
Автор:
"Башинформ"
Теги:
граждандарҙы ҡабул итеү
Читайте нас: