05:51 (UTC+5), 26 Марта 2012

Ауыр йөк машиналарына юл йөрөүгә миҙгелле сикләү индерелә

Ольга Мортазина
Яҙғы өҙәрем юл осоронда, 27 марттан 25 апрелгә тиклем, республика ҡалаларында 11 тоннанан ашыу ауырлыҡтағы йөк машиналарына юл йөрөүгә сикләүҙәр индерелә. Юл йөрөүгә рөхсәт алыу өсөн тәүҙә юл япмаһына килтереләсәк зыянды ҡапларға тура киләсәк. Бындай документтарҙы Өфө хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы бирә. «Башҡортостан Республикаһының башҡа төрлө юл ойошмаларына, ведомтсволары һәм муниципаль берәмек хакимиәттәренә рәхсәт ҡағыҙҙары биреү ҡәтғи тыйыла», — тип билдәләнеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы матбуғат хеҙмәтендә. Сикләү юлдарҙы ремонтлау хеҙмәттәренә, пассажирҙар, почта һәм дарыуҙар ташыусы транспортҡа ғына ҡағылмай.
Республика территорияһы аша үткән М5 «Урал», М7 «Мәскәү-Өфө», Р-240 «Өфө- Ырымбург федераль трассаларында ла сикләү индерелә. 2012 йылдың 1 апреленән 30-ына тиклем «Күсәргә төшкән йөктө сикләү» билдәләре ғәмәлдә буласаҡ. Бушлай махсус рөхсәт ҡағыҙҙары «Федераль юл агентлығының Һамар – Өфө - Силәбе автомобиль магистрале идаралығы» федераль дәүләт учреждениеһы тарафынан бирелә. Халыҡ-ара йөк ташыуҙар өсөн рөхсәт алыу талап ителмәй, тип хәбәр итте БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы хеҙмәткәре Линар Зиннуров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика