Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-15 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Март 2012, 17:25
Стәрлетамаҡ уҡыусылары бушлай йөҙөргә өйрәнә
«Тау» компаниялар төркөмө «Мин йөҙә беләм!» акцияһын икенсе йыл рәттән үткәрә. Проект сиктәрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы дөйөм белем биреү учреждениеларының 2-4-се класс уҡыусылары ике ай дауамында тәжрибәле тренерҙар етәкселеге аҫтында бушлай йөҙөргә өйрәнә.
Проект тормошҡа ашырыла башланғандан алып бер мең ярымдан ашыу уҡыусы йөҙөргә өйрәнгән. Февраль аҙағында проектта ҡатнашыусы балаларҙың өсөнсө төркөмөн йөҙөргә өйрәтеү тамамланған. Йола буйынса, уҡытыу тамамланғас, тантаналы линейка ойошторола, унда проектта ҡатнашыусы барлыҡ балаларға дипломдар һәм бүләктәр тапшырыла.
Мартта киләһе төркөм өсөн дәрестәр башланасаҡ.
Автор:
«Башинформ»
Теги:
акциялар
йөҙөү
Читайте нас