Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Март 2012, 17:48

М.Нестеров исемендәге музейҙа Татарстан рәссамдарының күргәҙмәһе асылды

М.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының «Ижад» күргәҙмәләр залында Рәсәй Рәссамдар союзының Яр Саллы бүлеге рәссамдарының күргәҙмәһе асылды. Экспозицияла тыуған яҡтарында ғына түгел, Рәсәйҙән ситтә лә билдәле булған рәссамдар Владимир Акимов, Сәғиҙә Сиражиева һәм ирле-ҡатынлы Виктор һәм Галина Анютиндар ҡатнаша. Үҙенең эштәрен 85 рәссам тәҡдим итә.
Яр Саллы рәссамдары Рәсәй художество мәктәбенең һәм донъя сәнғәтенең иң яҡшы тардицияларын дауам итә, уларҙы донъяға үҙ ҡараштары менән тулыландыра. Был эштәрҙә реализмдан алып авангардҡа тиклем барлыҡ стилдәр ҙә сағылдырыла.
«Ижад» күргәҙмәләр залы Космонавтар урамы, 22 адресы буйынса урынлашҡан.
Автор: Розалия Вәлиева | автор фотолары
Читайте нас