09:51 (UTC+5), 23 Марта 2012

Бөтә донъяға билдәле ҡурайсы Роберт Юлдашевҡа Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы исеме бирелде

Розалия Вәлиева
«Нефтсе» мәҙәниәт һарайында мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт һәм ведомство наградалары менән бүләкләү тантанаһы үтте. Сара 25 мартта билдәләнгән Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналды.
— Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәләре – тормошобоҙҙоң айырып алғыһыҙ өлөшө. Йәмғиәтебеҙ торошо уның үҫешенә бәйле, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов. – Был өлкәлә проблемаларҙың күп булыуы бер кемгә лә сер түгел. Тәү сиратта, улар эш хаҡына, музыкаль мәктәп, китапхана һәм музейҙарҙың матди-техник йыһазландырылыуына ҡағыла. Быларҙың барыһы ла айырыуса иғтибар талап итә. Республика йәштәренең иң яҡшы сәнғәт өлгөләрендә тәрбиәләнеүе беҙҙең өсөн мөһим.
Йәмғеһе 36 дәүләт наградаһы тапшырылды. Наградланыусылар араһында – М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының популяр артисы Илһөйәр Ғәзетдинова, Өфө «Нур» татар дәүләт театрынан уның хеҙмәттәше Рәсимә Ғәйфуллина, йырсы Флорида Исмәғилева һәм ҡурайсы Роберт Юлдашев.
Республиканың опера сәнғәтенә ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры дирижеры Герман Ким да наградланды.
Үҙҙәренең һөнәри байрамын төбәктең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бишенсе тапҡыр билдәләй. Был көндө йылы ҡотлау һүҙҙәрен ижади һөнәр кешеләре, сәнғәт хеҙмәткәрҙәре, музей һәм китапхана, мәҙәниәт йорто, ҡала һәм ауыл клубтары белгестәре, художестволы үҙешмәкәр коллективтар ҡабул итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика