Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.39
+0.28
18+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Март 2012, 14:08

«Версия Башкортостана» гәзите уҡыусыларының һорауҙарына БР Прокуратураһы бүлегенең өлкән прокуроры яуап бирәсәк

Көндәлек тормошобоҙҙа юристар ярҙамы менән хәл итергә тура килгән бихисап проблемалар тыуып тора. Күп һорауҙарығыҙға «Версия Башкортостана» социаль-хоҡуҡи аҙналығы редакцияһында яуап табырға мөмкин: «ҡыҙыу линияға» шылтыратығыҙ һәм һеҙгә гәзит ҡунаҡтары – адвокаттар, прокурорҙар, һәр төрлө ведомство хеҙмәткәрҙәре консультация бирә аласаҡ.
Шишәмбе, 27 мартта, тура бәйләнештә БР Прокуратураһының Енәйәт-процессуаль һәм оператив-эҙләү эшмәкәрлегенә күҙәтеү идаралығының РФ Тәфтиш комитеты органдарындағы процессуаль эшмәкәрлеккә күҙәтеү бүлеге өлкән прокуроры тиҙ хоҡуҡи ярҙам күрһәтәсәк.
Хеҙмәт бушлай күрһәтелә һәм уның менән теләге булғандарҙың барыһы ла файҙалана ала, бының өсөн 15.00-17.00 сәғәттәрҙә (8-347) 272-79-16 телефонына шылтыратығыҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был — даими рубрика, граждандар менән тура бәйләнеш айына ике тапҡыр – һәр икенсе һәм дүртенсе шишәмбе ойошторола.
«Ҡыҙыу линия»ға телефон аша мөрәжәғәттәр граждан эштәре, шулай уҡ енәйәт эштәре менән бәйле киң даирәләге мәсьәләләрҙе үҙ эсенә ала. Ике сәғәт дауамында бирелгән һорауҙарға яуаптар баҫманың киләһе һандарында донъя күрә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һорауығыҙҙы гәзиттең 15-се битендә урынлашҡан купонға ла яҙып ебәрергә мөмкин. Компетентлы кешенең яуабы менән ул «Һеҙҙең хоҡуҡ» тип исемләнгән икенсе даими рубрикала баҫылып сығасаҡ.
Автор:Анжелика Ғиззәтуллина
Читайте нас: