13:50 (UTC+5), 22 Марта 2012

Благовар районында «Ҡарға бутҡаһы» байрамы ойошторолдо

Көн элгәре Благовар районының Һарайлы ауылы мәктәбендә Ҡәнзәфәр бей исемендәге «Һарайлы» тарих-мәҙәниәт үҙәге менән ойошторолған башҡорт халҡының «Ҡарға бутҡаһы» байрамы үтте. Был - башҡорт һәм татар халҡының иң популяр яҙғы байрамдарының береһе, ул, ғәҙәттә, март аҙағында билдәләнә. Халыҡ, яҙҙы ҡанатында ҡоштар алып килә, тип иҫәпләй.
Мәктәп уҡыусылары өсөн «Тыуған яҡ ҡоштары» һүрәттәр конкурсы ойошторолдо һәм дәрестән һуң улар ҙа төп тантанаға саҡырылды. Уҡыусылар үҙҙәре йыйған таҫмалар, ҡульяулыҡтар менән шыршыны биҙәне. Артабан балалар өсөн «Йөҙөк һалыу», «Аҡ тирәк, күк тирәк» кеүек боронғо башҡорт халыҡ уйындары ойошторолдо. Малайҙар һәм ҡыҙҙар таҡмаҡ әйтеште, ҡара ҡарғалар тураһында шиғырҙар һөйләне, ҡоштар тураһында йомаҡтар систе.
Йола буйынса байрам теләктәр теләү, бутҡа менән һыйланыу һәм «Яҙ йыры»н башҡарыу менән тамамланды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика