09:59 (UTC+5), 21 Марта 2012

Өфөлә XII «Мәғариф. Фән. Карьера» махсуслаштырылған күргәҙмәһе асыла

Эльмира Сабирова
Шишәмбе, 27 мартта, «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында XII «Мәғариф. Фән. Карьера» махсуслаштырылған күргәҙмәһе асыла. Был сараны уҡыу йорттарының, эш урындары вакансияларының, мәғариф һәм фән индустрияһы ҡаҙаныштарының күргәҙмәһе тип атарға мөмкин.
Йола буйынса иң ҙур мәғариф форумдарының береһе булған был сарала республиканың, Рәсәйҙәге башҡа төбәктәрҙең мәғариф учреждениеларының тулы спектры тәҡдим ителәсәк.
Күргәҙмә сиктәрендә йәнә республика йәштәренә йүнәтелгән «Йәштәргә эш!» акцияһы ойоштороласаҡ. Ул 29 мартта 15 -18 сәғәттәрҙә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үтәсәк. Бер майҙанда республиканың аплдынғы предприятиелары һәм ойошмаларының тәҡдимдәре менән танышырға мөмкинлек буласаҡ. Кадрҙар хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре эш эҙләүселәргә эшкә урынлашыу шарттары тураһында һөйләйәсәк, теләге булғандар ошонда уҡ тест үтә аласаҡ. Бынан тыш, йәштәр Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығы хеҙмәткәрҙәренә хеҙмәт ҡануниәтенә бәйле һорауҙар бирә аласаҡ.
Күргәҙмә эшләгән көндәрҙә йәш ғалимдар фестивален үткәреү планлаштырыла. Ул юғары һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары һәм абитуриенттар араһында ғилми һәм тикшеренеү эшмәкәрлегенең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән.
Мәғариф форумы сараларында Өфөләге барлыҡ вуздар ҙа ҡатнаша. Асыҡ ишектәр көндәре, семинарҙар, ғилми-ғәмәли конференциялар, лекциялар, түңәрәк өҫтәлдәр уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре һәм студенттар өсөн ойошторола.
«Мәғариф. Фән. Карьера» күргәҙмәһе үҙ эшен 30 мартта тамамлай.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика