11:33 (UTC+5), 20 Март 2012

Республика халҡы 24 мартта бушлай флюорография үтә ала

Розалия Вәлиева
24 мартта иртәнге 9-ҙан 13 сәғәткә тиклем Өфөлә Үҙәк, Колхоз һәм Затон баҙарҙары майҙандарында урынлашҡан күсмә флюорографик ҡоролмаларҙа бушлай флюорографик тикшереү үтергә мөмкин буласаҡ.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының сайтында хәбәр ителеүенсә, ошо уҡ көндө Республика туберкулез диспансерында Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнөнә арналған Асыҡ ишектәр көнө үтәсәк. Иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 3-кә тиклем квалифицикациялы белгестәр туберкулезды дауалау, реабилитациялау һәм иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса бушлай консультациялар үткәрәсәк. Фтизиатрҙар теләге булғандарҙың барыһын да түбәндәге адрестар буйынса ҡабул итәсәк:
— С. Агиш урамы, 4 («С. Агиш» туҡталышы) Республика туберкулез диспансерының поликлиника бүлеге, тел: 228-45-14;
— Цюрупа урамы, 100/1 («Үҙәк баҙар» туҡталышы), ололар өсөн диспансер бүлеге, тел: 272-83-05, балалар өсөн диспансер бүлеге, тел: 272-40-42;
— Октябрь проспекты, 155 («Калинин исемендәге парк» туҡталышы), диспансер бүлеге, тел: 284-28-52; 284-32-47.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика