Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.89
-0.02
91.12
-0.38
70.69
+2.05
21+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март 2012, 17:06
Алда беҙҙе оҙайлы ял көндәре көтә
БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, байрам көндәре уңайынан Башҡортостанда 2012 йылдың 29 һәм 30 апреле, 1, 6 һәм 7, 8, 9 май ял көндәре булып тора.
Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, 1 май — Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы һәм 9 май — Еңеү көнө — ял һәм байрам көндәре иҫәпләнә.
РФ Хөкүмәтенең «2012 йылдағы ял көндәрен күсереү тураһында»ғы ҡарары менән хеҙмәткәрҙәр ял һәм байрам көндәрен рациональ файҙаланһын өсөн ял көндәре — шәмбе 28 апрелдән — дүшәмбе 30 апрелгә (байрам алды көнөнә); шәмбе 5 майҙан — дүшәмбе 7 майға; шәмбе 12 майҙан шишәмбе 8 майға (байрам алды көнөнә) күсерелгән.
Шәмбе көндәрендә, 28 апрелдә һәм 12 майҙа, эш оҙайлылығы бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.
РФ Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә йыллыҡ төп һәм йыллыҡ өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә 1 һәм 9 майҙағы ял һәм байрам көндәре отпускының календарь көндәренә индерелмәй, тип хәбәр итә БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:
Эльмира Сабирова
Теги:
байрамдар
Читайте нас: