05:12 (UTC+5), 20 Марта 2012

«Аҡыллылар клубы» Өфөлә алкоголһеҙ төнгө клуб асасаҡ, ә Абҙаҡта «Ҡышҡы Селигер» үткәрәсәк

Эльмира Сабирова
Башҡорт дәүләт университеты менән берлектә Башҡортостан Республикаһының Инновацион агентлығы ойошторған төбәктең Аҡыллылар һәм инноваторҙар клубы мартта социаль йүнәлештә ике йәштәр проектын тормошҡа ашырасаҡ. Был хаҡта вуздың матбуғат үҙәгенән хәбәр иттеләр.
Беренсе проект - Өфөлә алкоголһеҙ төнгө клуб (NIQ-club) асыу. Тәүге кисә шишәмбе, 20 мартта, ойоштороласаҡ. Программала бер нисә оҫталыҡ дәресе (мәҫәлән, «Компания менән идара итеүҙең заманса алымдары», «Финанс именлек һәм шәхси капитал менән идара итеү»), төрлө конкурстар һәм концерт номерҙары ҡаралған. Бынан тыш, кисәлә шахмат йәки преферанс уйнау мөмкинлеге лә буласаҡ. БашДУ-нан асыҡлауҙарынса, бындай кисәләрҙе ай һайын үткәреү планлаштырыла.
Киләһе проект - «Көньяҡ Уралда ҡышҡы Селигер - 2012» 23-25 мартта «Абҙаҡ» тау саңғыһы үҙәгендә үтәсәк. Уның сиктәрендә йәштәр араһында II «Йәш инновацион Башҡортостан» фәнни-ғәмәли конференцияһы, II «Быуындар һөйләшеүе» мәктәбе, II «КУБIQ» Башҡортостан Республикаһының Аҡыллылар һәм инноваторҙар клубы съезы, шулай уҡ күңел асыу саралары, оpen-air ойоштороласаҡ.
Һанап үтелгән сараларҙа юғары уҡыу йорттары студенттары һәм аспиранттары, йәштәр, фән, мәҙәниәт, бизнес, спорт өлкәһе вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика