Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.53
+0.06
92.27
-0.01
66.53
-0.21
19+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Март 2012, 15:45

«Селигер-2012» форумында ҡатнашыуға заявкалар 1 апрелгә тиклем ҡабул ителә

«Селигер-2012» форумында ҡатнашыуға заявкалар 1 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Быйыл илдең һәләтле йәштәре Тверь өлкәһендә һигеҙенсе тапҡыр йыйыласаҡ. Сараға эләгеү өсөн форумдың рәсми сайтында заявка тултырыу, махсус мәсьәләләр сисеү һәм тейешле рейтинг йыйыу мотлаҡ.
Әлеге инновацион форум сиктәрендә һигеҙ тематик смена ойоштороласаҡ, уларҙың тәүгеләре 1 июлдә башланасаҡ. «Селигер-2012» 2 августа тамамланасаҡ.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, «Селигер» барлыҡ структураларҙы программаң, проектың йәки идеяң менән таныштырыу мөмкинлеген бирә. Сара инвестицияларға, гранттарға, эре шәхси компаниялар һәм дәүләт корпорациялары фондтарына, дәүләт программаларына тура юл булып тора.
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас: