Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.9
-0.27
91.5
+0.08
69.67
+1.03
19+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Март 2012, 12:42

Башҡорт дәүләт университетында 2012 йылда яңы белгеслек асыла

Башҡорт дәүләт университетында 2012 йылда яңы белгеслеккә — «Геологик разведка технологияһы»на абитуриенттар йыйыласаҡ.
Юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгендә аңлатыуҙарынса, яңы һөнәр үҙләштерергә теләгән абитуриенттар математика (профилле фән), физика һәм рус теле буйынса БДИ һөҙөмтәләрен тапшырырға тейеш. «Геологик разведка технологияһы» белгеслеге физика-техник институтында барлыҡҡа килде, геофизика кафедраһы сығарылыш кафедраһы булып тора.
Әйткәндәй, әүәлерәк республикала Өфө дәүләт нефть техник университеты ғына был йүнәлеш буйынса уҡытты. Башҡорт дәүләт университетында, физика һәм геология буйынса төплө белем бирелеүе юғары уҡыу йортона нефть университеты менән уңышлы конкурентлыҡ итергә мөмкинлек бирер, тип ышаналар.
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас: