Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.73
+0.39
93.56
+0.62
61.12
-0.16
-3 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март 2012, 12:52

Майҙа Рәсәй халҡын дүрт көнлөк каникул көтә

РФ Хөкүмәтендә май байрамдарындағы ял көндәре билдәләнде. Быйыл ял көндәре икенсе төрлөрәк ойошторолдо. Һөҙөмтәлә рәсәйлеләр бер-бер артлы дүрт көн ял итәсәк.
— Халыҡтың, баҡсаға барыу өсөн был арала ял көндәре күберәк булһын ине, тигән теләген күҙ уңында тотоп, шәмбеләге, 5 майҙағы, ял көнөн дүшәмбегә — 7 майға, һәм шәмбенән, 12 майҙан, шишәмбегә — 8 майға күсерергә тәҡдим ителә, — тип билдәләне Хөкүмәт президиумы ултырышында Премьер-министр Владимир Путин һәм тейешле ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Һөҙөмтәлә май айында 1-е — Яҙ һәм хеҙмәт байрамы, артабан 6-һынан 9 майға тиклемге көндәр ял көндәре буласаҡ.
Айҙың беренсе һәм икенсе шәмбеһе — 5 һәм 12 май — эш көнө.
Автор: Әлфиә Шәрәфетдинова
Читайте нас