09:50 (UTC+5), 17 Март 2012

Өфө вольерында айыуҙың бер юлы дүрт балаһы тыуған

Любовь Колоколова
Быйыл ҡыш Өфө вольерында ысын мәғәнәһендә беби-бум күҙәтелә: өс инә айыуҙың өңөндә бер юлы һигеҙ айыу балаһы тыуған! Бер айыуҙың бер сабыйы яҡты донъяға килгән, икенсеһе - өсәүҙе, ә иң түллеһе дүртәүҙе тапҡан.
— Бындай хәл тәбиғәттә һирәк була, — тип аңлатма бирҙе «Башинформ» агентлығына республикалағы билдәле биолог-һунар белгесе Александр Едренкин. – Инә айыуҙың дүрт сабый килтереүе – беҙҙең өсөн бығаса булмаған хәл. Инәһе яңы тыуған балаларын ашатырға тейеш бит, ә тәбиғәттә уның бындай мөмкинлеге юҡ. Башлыса бер-ике бала ғына тыуа. Вольерҙа иһә хәл икенсе төрлөрәк, айыуҙар ҙа һимеҙ булып сыҡты. Шуға күрә яңы тыуған сабыйҙарҙың барыһы ла һау-сәләмәт.
Иң ҙур айыу балаһының рационында — һөт һәм һөтлө бутҡа. Уның ауырлығы әле 15 килограмға тиерлек еткән. Вольерҙың иң бәләкәй йән эйәләре айырым бинала, яслила, йәшәй.
Вольерҙы үҙ ҡарамағына алған ҡаланы төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү хужалығында аңлатыуҙарынса, тәрбиәләнеүселәрҙең теүәл йәшен әйтеүе ҡыйын. Инә айыуҙың балалары тыуыуы тураһында улар өңдән үҙенсәлекле тауыштар сыға башлағас ҡына белә.
Әйткәндәй, әле үк дүрт тайыштабандың – циркка, ҡалғандарының зоопаркка эләгәсәге билдәле.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика