12:46 (UTC+5), 16 Марта 2012

Башҡортостанда иң яҡшы эшсе ҡатын-ҡыҙ ауыл мәктәбендә инглиз теленән уҡыта

Эльмира Сабирова
Башҡортостанда предприятиелар һәм ойошмаларҙың эшсе йәштәре араһында үткәрелгән «Эшсе ҡатын-ҡыҙ-2012» һөнәри оҫталыҡ конкурсында Асҡын ауылы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Лариса Динисламова Гран-при яуланы.
«Иң һөйкөмлө» номинацияһында Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылының «Масим» йәштәр-үҫмерҙәр клубының социаль педагогы Регина Юлбирҙина еңеп сыҡты. «Каустик» асыҡ акционерҙар йәмғиәте аппаратсыһы Ольга Башкатова иң оригиналь тип танылды. Нефтекаманан «Башҡортостан энергия һатыу компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте агенты Луиза Минильшина жюри ағзаларын моңло тауышы менән арбаны, уға «Артистарса оҫта» номинацияһы бирелде. Өфөнән «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы белгесе Екатерина Ключникова «Тамашасылар һөйөүе» призына лайыҡ булды. FilterNews эшлекле мәғлүмәт порталы үҙ номинацияһын булдырҙы - «Эшлекле мисс». Уға «Салауатнефтемаш» асыҡ акционерҙар йәмғиәте бухгалтеры Алина Тимерғәлиева лайыҡ булды.
Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Ғизәтуллин фекеренсә, әлеге конкурс йәштәр араһында эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын пропагандалауҙа һөҙөмтәле сара булып тора.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика