Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Март 2012, 16:26

Волга буйы федераль округы йәш ғалимдарының ғилми хеҙмәттәре конкурсына заявкалар ҡабул итеү дауам итә

Волга буйы федераль округы йәш ғалимдарының ғилми хеҙмәттәре конкурсына заявкалар ҡабул итеү 16 апрелгә тиклем дауам итә. Ул киләһе өс йүнәлеш буйынса үткәрелә: техник, гуманитар һәм тәбиғи фәндәр.
Фәнни смотрҙа йәш ғалимдар (35 йәшкә тиклемге магистранттар, аспиранттар, фән кандидаттары һәм 40 йәшкә тиклемге фән докторҙары), шулай уҡ йәштәрҙең фәнни коллективтары (өс кешенән дә күберәк булмаған) ҡатнаша ала.
Өҫтәп үтәйек, конкурс II Волга буйы федераль округы йәш ғалимдары форумын үткәреү сиктәрендә ойошторола. Йәш ғалимдарҙың фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлеген дәртләндереү, шулай уҡ фән һәм юғары һөнәри белем биреү өлкәләре өсөн кадрҙар әҙерләү бәйгенең төп маҡсаттары булып тора.
Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт http://bash.rosmu.ru/activity/announces/543.html сайтында урынлаштырылған.
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас: