08:08 (UTC+5), 15 Март 2012

Борис Гребенщиков Өфөлә «Аквариум»дың 40.00 йыллығын үткәрҙе

Розалия Вәлиева | фото: Дмитрий Озеров һәм Олег Яровиков
«Аквариум» төркөмө һәм Борис Гребенщиков «40.00 йәш» юбилей программаһы менән Йәштәр һарайы сәхнәһендә сығыш яһаны.
Концерт ике сәғәт ярымдан ашыу барҙы. Гребенщиков төркөмдөң элекке хиттарын, шулай уҡ яңы йырҙарын башҡарҙы. Сарала билдәле ҡурайсы Роберт Юлдашев та ҡатнашты, легендар музыкант менән ул бер нисә импровизация башҡарҙы.
Борис Гребенщиков һүҙҙәренсә, тамашасылар, шул иҫәптән өфөлөләр алдында сығыш яһау уның өсөн оло хөрмәт.
Уның концерттары һәр саҡ төрлө була. Музыкант репертуарында 500-ҙән ашыу йыр бар. Һәр береһенә айырым кәйеф кәрәк - әгәр ул юҡ икән, тимәк, был йыр концертта башҡарылмаясаҡ.
«Аквариум» төркөмөн булдырыусы фильмдар өсөн йырҙар яҙа башлаясағын да фараз итә.
— Фильмдар өсөн йыр яҙыу буйынса бер нисә тәҡдим дә булды, - тине Борис Гребенщиков. – Билдәле сценарист һәм режиссер Иван Вырыпаев үҙенең яңы киноһы өсөн минең йырҙы алды. Әммә нәҡ фильмдар өсөн музыка яҙырға әлегә мөмкинлек юҡ: йыл әйләнәһенә гастролдәрҙә йөрөйбөҙ, һуңғы ай ярым эсендә өйҙә өс көн генә булдым. Үҙемдең ейәнемде ғүмеремдә - ике тапҡыр, ә ейәнсәремде өс тапҡыр ғына күрҙем. Бына шундай номиналь ҡартатай мин: бар ҙа кеүек, юҡ та кеүекмен. Ә әгәр мин ысын ҡартатай булһам, һеҙ мине күрмәҫ инегеҙ. Был йәһәттән мин ғаилә кешеһе түгел. Минең балаларым – йырҙар.
Замандаштары араһынан үҙенең кумиры булырлыҡ бер кешене лә атаманы Гребенщиков.
— Меңләгән башҡарыусының ижадын хөрмәт итәм, - тине музыкант. - Әммә йырҙарын һәр ваҡыт тыңлағы килеп торған бер кешене лә атай алмайым.
— Легенда булыу еңелме?
— Белмәйем, булып ҡарағаным юҡ.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика