Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.65
+0.24
92.68
-0.07
68.77
-0.34
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Март 2012, 11:57

Башҡортостанда 2012 йылда йәш ғаиләләргә 460 миллион һум аҡса бүленәсәк

Башҡортостанда 2012 йылда 1562 йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшырта аласаҡ. Бының өсөн республика бюджетынан 460 миллион һум аҡса бүленәсәк, был 2011 йыл менән сағыштырмаса 238-гә күберәк. Программа сиктәрендә федераль бюджеттан да 283 миллион һум күләмдә аҡса йәлеп итеү планлаштырыла. Бындай мәғлүмәт менән Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының йомғаҡлау коллегияһында министр урынбаҫары Руслан Ғизәтуллин таныштырҙы.
Торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү йәштәр сәйәсәтендә көнүҙәк булып ҡала, тип билдәләне ул.
Әлбиттә, 2003 йылда торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса республика программаһын ҡабул итеү уларға арзан хаҡ менән торлаҡ һатып алыу мөмкинлеген бирҙе. Был хоҡуҡ менән 12974 йәш ғаилә файҙаланды. 2003 – 2011 йылдарҙа программаны финанслау күләме 2 миллиард 196,2 миллион һум тәшкил итте (шул иҫәптән федераль бюджеттан 779 миллион йәлеп ителде).
Субсидия биреүгә, бала тыуғанда (уллыҡҡа алғанда) торлаҡ шарттарын яҡшыртыу килешеүҙәре буйынса бурыстарҙың бер өлөшөн ҡаплауға 2003-2011 йылдарҙа 5456 йәш ғаилә, шул иҫәптән үткән йылда 697 ғаилә 140,5 миллион һумдан ашыу суммаға социаль түләүҙәр алды, тип билдәләне Руслан Ғизәтуллин.
Әммә, министр урынбаҫары билдәләүенсә, күрелгән сараларға ҡарамаҫтан, торлаҡ мәсьәләһе элеккесә көнүҙәк булып ҡала.
— Бөгөнгө көндә Программа буйынса 28975 йәш ғаилә сиратта тора, - тине Руслан Ғизәтуллин. – Бынан тыш, Әбйәлил, Ауырғазы, Баҡалы, Балтас, Балаҡатай, Бишбүләк, Благовар, Ғафури, Йәрмәкәй, Йылайыр, Иглин, Ҡыйғы, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәсетле, Нуриман, Стәрлебаш, Учалы, Хәйбулла райондары 2011 йылда «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһы һәм дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса республика программаһы буйынса бүленгән аҡсаларҙы файҙаланмаған.
Шулай уҡ, министр урынбаҫары билдәләүенсә, торлаҡ сертификаттарын 2012 йылдың 24 июленә тиклем файҙаланырға кәрәк. Шулай уҡ ул торлаҡ программаһы буйынса отчеттарҙы ваҡытында тапшырыуға иғтибарын йүнәлтте.
Руслан Ғизәтуллин үҙенең сығышында шулай уҡ ауыл ерендә йәшәүсе йәш граждандарҙы арзан торлаҡ менән тәьмин итеүгә «Ауылды социаль үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы йүнәлтелеүе хаҡында ла әйтте.
— Уны тормошҡа ашырыу барышында төбәктә 4182 йәш белгес һәм йәш ғаилә үҙенең торлаҡ шарттарын яҡшыртты, - тине ул. – Ике торлаҡ программаһы сиктәрендә 2011 йылда йәмғеһе 1759 йәш ғаиләгә дәүләт ярҙамы күрһәтелде («Ауылды социаль үҫтереү» программаһы буйынса килешеү төҙөгән 660 ғаилә, шулай уҡ «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһы һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса республика программаһы сиктәрендә 1099 йәш ғаилә).
Башҡортостан Президенты Указына ярашлы, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса республика программаһын тормошҡа ашырыу бурысы 2011-2015 йылдарға республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына йөкмәтелде, тип билдәләне министр урынбаҫары.
— Быға ҡарамаҫтан, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы профилле ведомстволар менән берлектә йәштәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу юлдарын эҙләүҙе дауам итәсәк, - тине Руслан Ғизәтуллин.
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас: