13:04 (UTC+5), 14 Марта 2012

Башҡорт дәүләт педагогия университеты Екатеринбургтан хеҙмәттәштәре менән килешеү төҙөнө

Эльмира Сабирова
М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Урал дәүләт педагогия университеты менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин һәм Екатеринбургтан уның хеҙмәттәше Борис Игошев ҡул ҡуйҙы.
Берлектә белем биреү программаларын әҙерләү, студенттар һәм уҡытыусылар менән алмашыу хеҙмәттәшлек итеүҙең төп йүнәлештәре буласаҡ.
БДПУ-ның Ғалимдар советы ағзалары ҡатнашлығындағы сара сиктәрендә педагогия юғары уҡыу йорттарының һанын күпләп кәметеү проблемаһы ла тикшерелде.
Урал дәүләт педагогия университеты ректоры Борис Игошев билдәләүенсә, педагогия юғары уҡыу йорттарына ябылыу, йәки башҡа вуздың филиалы булып ҡалыу, йә булмаһа классик вуздар менән берләшеү хәүефе янай.
— Белеүемсә, республикала ике педагогия юғары уҡыу йорто (Стәрлетамаҡ һәм Бөрө педагогия академиялары) юҡ та тиерлек, - тине ул. – Һеҙҙең вуз – республикала педагогик белем биреү өлкәһенең берҙән-бер таянысы. Бөгөн беҙҙең төп бурыс – юғары уҡыу йорттарын һаҡлап ҡалыу, шуның өсөн Урал төбәгенең педагогия юғары уҡыу йорттарын берләштереү зарур. Уҡытыусылыҡ – ул күңел торошо, шәхси һыҙаттар күркәмлеге, шуға күрә беҙгә һәр уҡытыусы ҡәҙерле.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика