06:41 (UTC+5), 13 Марта 2012

Белоретта балалар өсөн Ирәмәлгә арналған эко-конференция үткәреләсәк

Галина Бахшиева
Март аҙағында, «Парктар маршы» халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау акцияһы сиктәрендә, Белоретта балалар өсөн яңырыҡ булдырылған «Ирәмәл» тәбиғәт паркына арналған фәнни-ғәмәли конференция үткәреләсәк. Сараны Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, «Ирәмәл» тәбиғәт паркы һәм Белорет балалар экология-биология үҙәге ойоштора.
— Беҙҙең маҡсат – халыҡ иғтибарын тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтеү, яңыраҡ асылған «Ирәмәл» тәбиғәт паркы, уның эшмәкәрлеге хаҡында һөйләү. Иң мөһиме, конференцияла балалар үҙҙәренең эко-проекттары менән таныштырасаҡ, «Ирәмәл» паркын артабан үҫтереү юлдарын тәҡдим итәсәк, - тип һөйләне «Башинформ» агентлығына «Ирәмәл» тәбиғәт паркы директорының фән буйынса урынбаҫары Илсаф Ғәбдиев.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ирәмәл» тәбиғәт паркы Башҡортостанда бер йыл эле булдырылды. Ул Белорет һәм Учалы райондарында урынлашҡан, дөйөм майҙаны – яҡынса 50 мең гектар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика